1. Ученикам
  2. Новости
  3. Телен һаҡлаған – илен һаҡлаған.

Телен һаҡлаған – илен һаҡлаған.

Декабрь 14, 2020 Просмотров: 201

Телен һаҡлаған – илен һаҡлаған.

 

  14 декабрь – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тыуған көнө. Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә.

   Башҡорт теле – төрки тел, башҡорт халҡының теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып тора. Уның дәүләт теле булараҡ (рус теле менән бер рәттән) юридик статусы тәү башлап Башревкомдың 1920 йылдың 24 мартындағы положениеһы менән билдәләнә. Хәҙерге осорҙа был положение тәғлимәттәре Башҡортостан Республикаһы Конституцияһында нығытылған.

    Беҙҙең мәктәптә башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау, үҫтереүгә  арналған  матур- матур саралар үтеп тора.  

   «Беҙ башҡортса һөйләшәбеҙ» акцияһында, шиғри сылбыр”Онлайн- флешмоб”та бөтә класс уҡыусылары ла әүҙем ҡатнашты.

   Берҙәм класс сәғәттәре лә уҡыусыларға бик оҡшаны. Класс етәкселәре Р. Юлтаеватың “Өс хат”  фильмын күрһәтеүҙе ойошторҙолар, туған телебеҙ тураһында бай йөкмәткеле сығыштар әҙерләнеләр.

  ”Туған телем- минең ғорурлығым” иншалар конкурсы ла бик йәнле барҙы. Онлайн- концерт күңелдәргә йәм өҫтәне, милли рух уятты.

   Һәр сара бик бай йөкмәткеле, мауыҡтырғыс, рухлы, илһөйәрлек һәм телһөйәрлек тойғолары  менән һуғарылды.