1. Ученикам
  2. Новости
  3. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы

Декабрь 7, 2018 Просмотров: 134

   

    26  ноябрҙән 3 декабргә  тиклем мәктәп күләмендә башҡорт теле  һәм әҙәбиәте аҙналығы уҙҙы. Аҙналыҡ Ғаилә йылына арналды һәм “Татыу ғаилә- ил күрке”  тигән дивиз аҫтында үтте.  Аҙналыҡта түбәндәге саралар уҙғарылды.
    26 ноябрь  көндө  аҙналык башланып китте, бәйгеләр иғлан ителде. Уҡыусыларға  төрлө мауыҡтырғыс биремдәр тәҡдим ителде.” Кем отҡор һәм етеҙ?” конкурсында 3-сө класс уҡыусылары  Әрмәншина Гүзәл, Шәйнурова Розалина, Хәсәнова Наҙгөл беренселекте алды.

    27 ноябрҙә “Минең ғаиләм” темаһына иншалар конкурсы (5-9-сы кластар) һәм  “Әкиәттәр яратам” һүрәттәр бәйгеһе ( 1-4- се кластар) үтте.

Иншалар конкурсында 5-се класс уҡыусылары  актив ҡатнашты. Еңүселәр тип түбәндәге уҡыусылар билдәләнде:Дәүләтшин Ренат,

Миңнеғәлиева Надежда,Заманов Раян.

     Әкиәттәр конкурсында башланғыс класс уҡыусылары шулай уҡ  бик әүҙем ҡатнашты.  Иң  оҫта һүрәт төшөрөүселәр түбәндәге уҡыусылар:

Хәсбиев Рәмил (4-се класс)

Әхмәтшина Элина (4-се класс)

Барыева Динара (4-се класс)

Шәйнурова Розалина (3-сө класс)

Ибрағимов Эмир(3-сө класс)

Хәсәнова Наҙгөл(3-сө класс)

Әрмәншина Гүзәл (3-сө класс)

Әскәрова Арина (2-се класс)

Дәүләтшина Милена (1-се класс)

Хәсәнова Нуриә (1-се класс)

    28 ноябрҙә 2-се- 9-сы класс уҡыусылары тоталь диктант яҙҙылар. Башланғыс кластар  тексты күсереп кенә яҙҙы.1-се класс уҡыусылары ла был бәйгелә   ҡатнашырға ҙур теләк белдерҙе.

      Мәктәбебеҙҙең  “Иң грамоталы уҡыусы”  исемен түбәндәге уҡыусылар алды:

Хәсбиев Рәмил (4-се класс)

Шәйнүрова Розалина (3-сө класс)

Әрмәншина Гүзәл(3-сө класс)

Хәсәнова Наҙгөл(3-сө класс)

Ибрағимов Эмир(3-сө класс)

Хәсәнова Нурия (1-се класс)

Миңнеғәлиева Надежда (5-се класс)

Шакиров Илнур (7-се класс)

Дәүләтшин Данил (8-се класс)

Сәлимов Ильвир (9-сы класс)

      29 ноябрь көндө “Оҫталар”бәйгеһе булды. Был бәйгелә уҡыусылар ғаилә һәм ғаилә ағзалары тураһында шиғырҙар һөйләне. Шиғырь  һөйләүселәр конкурсы бик йәнле барҙы.

      30 ноябрь көндө  “Өләсәйҙәр һәм ейәндәр”бәйгеһе  бик дәррәү үтте. Балаңдың  балаһы  балдан татлы, ти халыҡ.  Ейәндәрҙе   тәрбиәләүҙә өләсәйҙәрҙең  роле һанап бөткөһөҙ.Мәктәбебеҙгә  ҡунаҡҡа  иң  аҡыллы, ихтирамға  лайыҡ  өләсәйҙәрҙе һәм уларҙың иң  зирәк, етеҙ, һәр яҡлап  уңған  ейәндәрен саҡырҙыҡ. Бәйгелә 5 өләсәй һәм ейән ҡатнашты. Улар:

Сәлимова Ралия апай һәм уның ейәне Ильвир (9-сы класс уҡыусыһы)

Дәүләтшина Гөлирә апай һәм уның ейәне Данил (8-се класс уҡыусыһы)

Фәтхуллина Рима апай һәм уның ейәне Юнир(8-се класс уҡыусыһы)

Ғалимшина Люция апай һәм  ейәнсәре Илнара (7-се класс уҡыусыһы)

Барыева Нәзифә апай һәм уның ейәне Илнур (7-се класс уҡыусыһы)

    Бәйге  10 турҙа барҙы. Өләсәйҙәр ҙә, ейәндәр ҙә уйындарҙа юғалып ҡалманы, береһе лә һынатманы.Улар бөтәһе лә еңеүсе булды.

     “Иң һөйкөмлө өләсәй һәм ейән” Сәлимова Ралия апай һәм уның ейәне Ильвир,  “Иң етеҙ өләсәй һәм ейән” Рима апай һәм уның ейәне Юнир,“Иң тапҡыр өләсәй һәм ейән” Барыева Нәзифә апай һәм уның ейәне Илнур, “Иң уңган өләсәй һәм ейән”  Дәүләтшина Гөлирә апай һәм уның ейәне Данил, “Иң моңло  өләсәй һәм ейән” Ғалимшина Люция апай һәм уның ейәнсәре Илнара тип танылды.

    Бәйге уҡыусылар әҙерләгән йырҙар, шиғырҙар, бейеүҙәр менән үрелеп барҙы.

    Халҡыбыҙҙың бындай аҡыллы өләсәйҙәре булғанда, балаларыбыҙ ҙа аҡыллы, шәфҡәтле булып үҫер тип ышанабыҙ.

    3 декабрь көндө аҙналыҡҡа йомғаҡ яһалды. Бөтә узғарылған сараларҙа ҡатнашҡан уҡыусыларға  рәхмәт әйтелде, бүләктәр тапшырылды. Уҡыусылар флешмоб бейеп аҙналыҡты япты.  

      Дөйөм алғанда, аҙналыҡ шау-гөр килеп үтте. Һәр кемдең күңелендә  матур иҫтәлектәр ҡалдырҙы.

                                                        Хәсәнова Алһыу

                                                       башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы