Урал батыр-2019
Апрель 2, 2019
Просмотров: 50
«Урал батыр-2019» бәйгеһе сәхнәләштереү һәм яттан һөйләү турҙарынан тороп, уҡыусылар башҡорт телендә сығыш яһаны.
Ике турҙа ла ҡатнашып, беҙҙең мәктәп уҡыусылары I урын яуланы.
Ильяс Латыпов, Илмир Хәсәнов, Надежда Миңлеғәлиева, Илнур Шакиров ролдәрҙе иҫ китмәле оҫта итеп уйнаны (уҡытыусылары Алһыу Хәсәнова). Һәләте менән бөтәһен дә хайран иткән Ильястың эпосты яттан һөйләүен жюри ағзалары (I-III кластар араһында) I урынға лайыҡ, тип тапты.
Ильяс Латыпов менән Илмир Хәсәнов иң сағыу роль өсөн номинацияларҙа билдәләнде. Ә Илнур Шакировҡа “Иң яҡшы Урал образын башҡарыусы” номинацияһы эләкте.