Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө.

Октябрь 20, 2022 Просмотров: 247
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең( 20 октябрь 1919 йыл — 21 сентябрь 2005 йыл) тыуған көнө.
Мостай Кәрим — бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, публицист, яугир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп хәрби һәм хеҙмәт ордендары һәм миҙалдары кавалеры, күренекле йәмәғәт эшмәкәре.
М. Кәримдең иң билдәле әҫәрҙәре,
шиғриәт йыйынтыҡтары: «Ҡара һыуҙар», «Ҡайтыу», «Европа-Азия», «Заманалар», пьесалары: «Айгөл иле», «Ҡыҙ урлау», «Ай тотолған төндә», «Салауат»,«Ташлама утты, Прометей!». Повестары: «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Өс таған», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ».
Оло шәхесебеҙҙе хәтергә алыу уңайынан тормош һәм ижад юлы тураһында презентация караныҡ, шиғырҙарын, хикәйәләренән өҙөктәр уҡыныҡ, «Йылдар эҙенән» интернет викторинала ҡатнаштыҡ.